Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 11:05

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

Унда ниндәй темалар ҡараласаҡ?

Башҡортостандағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн тренингтар үткәрелә. Уны ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, “Минең бизнесым” үҙәге ойоштора.
Тренингтарҙа төрлө темалар ҡарала. Мәҫәлән, 9 ноябрҙә Салауат районында уҙғарылған сара “Бизнес-идеяны генерациялау”, 12 ноябрҙә Өфө районында үткәрелгәне – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары тарафынан хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу. Һаҡсыл етештереү”, 13 ноябрҙә Иглин районында ойошторолғаны “Франшиза буйынса бизнес” тип атала. 24 ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы тренингта “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын тикшереү”, 26 ноябрҙә Архангель районындағыһында “Консультация ярҙамы” тигән темалар күтәрелә. Благовар районында “Финанс ярҙамы” тренингы 3 декабрҙә була.
Тренингтарҙың программаһы тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте https://corpmsp.ru/razvitie-konsultatsionnoy-infrastruktury/uchebnye-materialy/ һылтанмаһы буйынса алырға мөмкин. Әйткәндәй, сараларҙа ҡатнашыу бушлай. Улар тамамланғас, сертификат тапшырыла.
Читайте нас: