Петербургта йәшәүсе 15 йәшлек Серафим исемле үҫмер урамда йөрөргә сығармағандары өсөн өйөндә ҡанлы ғауға ҡуптарған. Башта алты йәшлек һеңлеһенең муйынын бысаҡ менән йәрәхәтләй. Һуңынан атаһы менән әсәһенә травматик ҡоралдан ата. Бәхеткә күрә, өсөһө лә иҫән ҡала. Һеңлеһе генә һаман да ауыр хәлдә.