Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 12:07

Зөһрә еңеү менән ҡайта!

Кисә Төркиәлә халыҡ-ара "КОРОЛЕВА ЕВРАЗИИ-2020" матурлыҡ конкурсы тамамланды. 1 ноябрҙә башланған бәйгелә республика данын "Мисс Башҡортостан" моделдәр агентлығы моделе Зөһрә Мөхәрәмова яҡлап сығыш яһаны. Төрлө илдәрҙән йыйылған һылыу ҡыҙҙар араһында яҡташыбыҙ лайыҡлы сығыш яһаны: ул тыуған яғына еңеүсе тажы менән ҡайта.Конкурс "Мисс талант", "Мисс бикини", "Мисс фото" һәм башҡа этаптарҙан торҙо, шулай уҡ ҡыҙҙар милли кейемдә сығыш яһаны. Зөһрә уларҙың барыһында ла жюри ағзаларынан юғары баһаға лайыҡ булды. Еңеүсегә ойоштороусылар алтын биҙәүес һәм ҡиммәтле тун бүләк итте."Шоңҡар" журналы героиняһын еңеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Кисә Төркиәлә халыҡ-ара "КОРОЛЕВА ЕВРАЗИИ-2020" матурлыҡ конкурсы тамамланды. 1 ноябрҙә башланған бәйгелә республика данын "Мисс Башҡортостан" моделдәр агентлығы моделе Зөһрә Мөхәрәмова яҡлап сығыш яһаны. Төрлө илдәрҙән йыйылған һылыу ҡыҙҙар араһында яҡташыбыҙ лайыҡлы сығыш яһаны: ул тыуған яғына еңеүсе тажы менән ҡайта.
Конкурс "Мисс талант", "Мисс бикини", "Мисс фото" һәм башҡа этаптарҙан торҙо, шулай уҡ ҡыҙҙар милли кейемдә сығыш яһаны. Зөһрә уларҙың барыһында ла жюри ағзаларынан юғары баһаға лайыҡ булды. Еңеүсегә ойоштороусылар алтын биҙәүес һәм ҡиммәтле тун бүләк итте.
"Шоңҡар" журналы героиняһын еңеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: