Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 15:35

Әллә ҡыш яҡынлашамы?

Шаршамбы йәнә бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Алдағы өс көндә республикала һауа температураһы урыны менән 12–17 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шишәмбе республикала көн болотло була. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 9 –14 метр.
Һауа температураһы көндөҙ — плюс 1-ҙән минус 4 градусҡа тиклем.

Шаршамбы йәнә бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы төндә — 3 – 8 градус һалҡын, көндөҙ — минус 4-тән плюс 1 градусҡаса.

Кесаҙна бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы төндә — минус 5 –10 градус, аяҙытҡанда 12 –17 градусҡаса һыуыҡ. Көндөҙ — минус 1 – 6 градус.

Читайте нас: