Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2020, 21:25

Баҡалы башҡорттары тарихын өйрәнә

Баҡалы районы халҡының өстән бер өлөшөн башҡорттар тәшкил итә.

Бөгөн Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары Баҡалы районының тарихсылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәре, журналистар менән берлектә онлайн-конференция үткәрҙе.
Ғалимдар уның барышында “Без - башҡортлар. Тыуған яҡты өйрәнеүсегә ярҙам” методик проекты һәм ошо серияға ҡараған, Баҡалы төбәге тарихына бәйле булған материалдарҙың презентацияһын үткәрҙе.
Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтындағы Социомәҙәниәт анализы үҙәге начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы”, “Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙары һәм ауылдары картаһы” проекттары менән таныштырҙы.
Материалдар менән "Бәйләнештә" социаль селтәрендә танышып була. Бының өсөн https://vk.com/wearebashkorts һылтанмаһы буйынса “Без - башҡортлар” төркөмөнә инергә һәм файлдар бүлегендә ошо ике картаны ҡарарға, үҙеңә күсереп алырға мөмкин.
Юлдаш Мөхәммәт улы Баҡалы районының тарихи административ-территориаль бүленеше хаҡында әйтеп үтте, уның башҡорт халҡының ырыу бүленешенә ҡарап формалашҡанын билдәләне.
Баҡалы районы биләмәһендә борон-борондан юрмый, ҡырғыҙ, бүләр, ирәкте ҡәбиләләре вәкилдәре йәшәгән, улар аҫаба хоҡуғына эйә булған. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт менән http://bashkortlar.ru/ сайтының Баҡалы районына бағышланған бүлегендә танышырға мөмкин. Унда ҡәбиләләр көн иткән биләмәләр хаҡында түгел, ә уларҙың генетик үҙенсәлектәре лә телгә алынған, гаплотөркөмдәре килтерелгән.
Ғөмүмән, “Башҡортлар” сайты үҙ ерен, тарихын яратҡан, уның менән ҡыҙыҡһынған кешеләр өсөн бик тә мәғлүмәтле сығанаҡ булып тора.
Бында ябай, аңлайышлы телдә яҙылған, фотолар, таблицалар менән байытылған башҡорттарҙың һәм Башҡортостан халыҡтарының тарихына, мәҙәниәтенә бағышланған материалдар тәҡдим ителгән. Әйтергә кәрәк, мәғлүмәттәр брошюра формаһында ла нәшер ителгән, улар китапханаларға, мәктәптәргә таратыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин бәйән итте.
Танылған тарихсы-журналист, тарих фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Шәжәрә” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин, ғөмүмән, тарихыбыҙға һаҡсыл ҡараш талап ителеүен, һәр мәғлүмәттең тарихи яҡтан нигеҙләнергә тейешлеген билдәләне. Әйткәндәй, ул да үрҙә телгә алынған брошюраны һәм интернет-проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Атап әйткәндә, тарихсы “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Башҡортостандың Баҡалы районы башҡорттары” белешмәһен телгә алып үтте, унда архивтан алынған халыҡ иҫәбе һөҙөмтәләре, рәүиз мәғлүмәттәре, метрик яҙмалар килтерелгәнен белдерҙе.
Ғөмүмән, ғалимдар тарафынан булдырылған методик ҡулланмалар "Без - башҡортлар" серияһы документтары донъяһында, тарихи үҙенсәлектәрҙә йүнәлеш алырға ярҙам итә, тамырҙарҙы белеү өсөн эште нимәнән башларға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индерә.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Баҡалы районы халҡының өстән бер өлөшөн башҡорттар тәшкил итә.

Читайте нас: