Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 10:55

Ағасын да һорайҙар, алюминын да

Тағы ла нимә кәрәк?

Башҡортостан Корея Республикаһына экспорт күләмен арттырырға ниәтләй. Атап әйткәндә, ағас материалдар, машиналар эшләү ҡорамалдары, мәҫәлән, турбореактив һәм турбовинтлы двигателдәр, эшкәртелмәгән алюмин һәм винилхлорид полимерҙары ташыу тураһында һүҙ бара.
Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында үткәрелгән “Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт” ултырышында Рәсәйҙең Кореялағы сауҙа вәкиле Александр Масальцев Башҡортостан тауар етештереүселәрен һәм тәьминәтселәрен Кореялағы хеҙмәттәр баҙарына сығарыу, Рәсәйҙән тауар ташыуҙың рациональ алымдары тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, ауыл хужалығы сәнәғәте, нефть сығарыу продукттары, битум экспорт өсөн перспективалы йүнәлештәрҙе тәшкил итә.
Мәғлүм булыуынса, быйыл ғинуар – августа Башҡортостан менән Корея араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 5,5 миллион долларға еткән. Шул уҡ ваҡытта экспорт өлөшө 2,7 миллион доллар тәшкил иткән. Был йүнәлештәге эш Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин
#Национальныепроекты
Читайте нас: