Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 10:35

Балалар филармонияһын танымаҫһығыҙ әле!

Бөгөн бында етди ремонт эштәре бара.

Бина 1970 йылда УЗЭМИК заводы өсөн Мәҙәниәт һарайы итеп төҙөлгән. бинаны тапшырғандан бирле, инде 34 йыл, бер ниндәй ҙә ремонт эшләнмәгән булған. 2014 йылда филармонияның йылытыу, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаһы төҙөкләндерелгән.
Әле учреждениены милли проект объекттары исемлегенә индереүгә өлгәшкәндәр. Федераль аҡсаға бина үҙе, электр уты һәм елләтеү, санузел системалары ремонтлана, витраждар, тәҙрәләр һәм ишектәр алмаштырыла. Ремонтты планлаштырған саҡта уңайлы мөхит булдырыу буйынса ла саралар күрелгән: ишектәр - коляска менән үтә алырлыҡ итеп, электр күтәргестәр, санузелдарҙа таянғыстар ҡуйыласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ғәмәлгә ашырыла.
#ВладимирПутин
#Национальныепроекты
Читайте нас: