Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 22:40

Был ни хәл?

Ҡайһы бер йәштәр ни эшләп талапты үтәмәй?

Бөгөн, 12 ноябрҙә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” проекты әүҙемселәре баш ҡаланың йәмәғәт урындарында рейд үткәреп, Башҡортостан Башлығы Указы үтәлеше барышын тикшерҙе.
Төркөм Өфөнөң кеше күп йөрөгән сауҙа үҙәктәрендә булды. Контролерҙар һатыусылар һәм һатып алыусылар менән иҫкәртеү әңгәмәләре үткәрҙе, битлектәр таратты.
"Инфекцияның беренсе тулҡыны ваҡытында йәмәғәт урындарында хәлдең нисек булыуын иҫәпкә алғанда, әле кешеләр “Роспотребнадзор”ҙың талаптарына аңлыраҡ ҡарай башлаған тип әйтә алабыҙ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер йәштәр әле һаман шәхси яҡланыу талаптарын инҡар итә", – ти партияның “Халыҡ контроле” проекты координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
Әүҙемселәр белдереүенсә, сауҙа үҙәктәрендә был эшкә бик яуаплы ҡарайҙар: ингән урында контролерҙар тора, улар килгән кешеләрҙең тән температураһын үлсәй, битлек кейеүҙе талап итә. Ә бына йәмәғәт транспортында хәл хөртөрәк, айырыуса шәхси ташыусыларҙа.
“Пассажирҙарҙы яртыһы тиерлек битлекһеҙ йөрөй”, – ти Гөлнур Ҡолһарина. Депутат белдереүенсә, әлегә әүҙемселәр профилактик әңгәмә үткәргән һәм битлек таратҡан. Артабан рейдтар күҙәтеү органдары менән берлектә ойоштороласаҡ. Был саҡта инде штрафтарҙан ҡасып булмаясаҡ.
Читайте нас: