Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 21:20

Иртәгә һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә

Ел көсәйә.

13 ноябрҙә республикала һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә. Төндә урыны менән елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе ихтимал.

Был көндә аяҙлы-болотло була. Бер аҙ ҡар, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡтан секундына 8 –13 метр, төндә урыны менән 17 метрға тиклем. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә – 3, – 8 градус, аяҙытҡанда –13-кә тиклем, көндөҙ – 2, –7. Был көндәрҙә юлдарҙа һаҡ булыуғыҙ һорала.
Читайте нас: