Рәсәйҙең почётлы кинематографсыһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрит Ғәбитов арабыҙҙан китте.
Фәрит Фәтих улы 1937 йылдың 20 апрелендә Белорет районының Аҙналы ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.
1964—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Председателенең референты була. 1969 йылдың июлендә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге инструкторы итеп үрләтелә.1990-1992 йылдарҙа "Башҡорт киновидео берекмәһе"нең генераль директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара.
1992-2006 йылдарҙа «Башкиновидеопрокат» Башҡорт дәүләт ижади-производство идаралығы етәксеһенең урынбаҫары була. 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһының Кинематографсылар союзының яуаплы сәркәтибе, 2014 йылдан идаралыҡҡа рәйес итеп тәғәйенләнә.
Мәҙәниәт көндәре, байрамдар, күренекле ваҡиғаларға арналған сәнғәт фестивалдәре, кинофестивалдәр Ғәбитов Фәрит Фатих улының әүҙем ҡатнашлығында үтә.
Фәрит Ғәбитов республиканың иң әүҙем кино эшмәкәрҙәренең береһе булараҡ билдәле, етәкселек тәжрибәһенә эйә, шул иҫәптән кинопрокат тармағында ла.
Республикала киносәнғәтен пропагандалау, организации тематик кисәләр ойоштороу, ижади осрашыуҙар, киноға бәйләнгән саралар үткәреү буйынса башҡарған эштәре баһалап бөткөһөҙ.
Ғәбитов Фәрит Фатих улы республиканың кино музейына нигеҙ һалыусы. Кино сәнғәте тарихын ентекләп өйрәнеп, кинематографияға ғүмерен арнаусы шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү өҫтөндә эшләй.
Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.