Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2020, 14:45

Хыялый. Хикәйә

...Барыһы ла Сабираға курс эшен яҙыу менән башланды.

  • Гонорары үҙеңә булыр… Шиғыр өсөн, юлына ҡарап, арыу ғына түләнә икән, белештем. Инәлтеп торма инде!
  • Һиңә нимәгә ул? Ҡуй, юҡ менән булма. Илһам емеше бит ул. Ә Пушкин әйткән: әҙәби илһам һатылмай!
  • Ғалимә, шағирә... шәп яңғырай ҙаһа. Әйҙә, бөгөн кискә әҙер шиғырҙарыңды алып беҙгә кил. Әсәйемдәр ҡунаҡҡа йыйына. Хаҡын шунда килешербеҙ.
  • Икмәк ҡорһаҡ артынан йөрөмәй, тиме урыҫтар. Шуның ише… – Сабираның көндән-көн еңмешләнә барыуына иҫе киткән Гөлйыһан, асыуы килеп, телефонын һүндереп ҡуйҙы. Ҡара, икенсе берәүҙең тормошона, яҙмышына бөтөнләй хужа булырға уйлай түгелме?
  • Район гәзитендә Гөлйыһандың бер шәлкем шиғырҙары баҫылып сыҡҡандан һуң, үткән аҙнала уҡ Сабира бәйләнсек һағыҙаҡ кеүек тынғылыҡ бирмәй башланы. Уның арҡаһында университетты яҡшы билдәләргә тамамлап, фән кандидаты дәрәжәһен алыуы етмәгән, хәҙер шағирә булғыһы килгән берәүҙең.
    ...Барыһы ла Сабираға курс эшен яҙыу менән башланды. Хәйер, бишенсенән бирле бер партала уҡыған элекке әхирәттәр алдан былай ҙа бер-береһенә ярҙам итешкәйне. Тик тап шунан һуң икеһенең тормош юлы ҡырҡа боролош алды. Өсөнсө курс талибәһе Сабира Гөлйыһандан үҙе өсөн курс эшен яҙып биреүен үтенгәс, колледждың һуңғы курс студенты аптырап китте:
    • Нисек инде, улай ҙа буламы ни? Етмәһә, мин бит колледжда ғына уҡыйым!
    • Һи-и-и, иҫең киткән иҫке сәкмәнгә, тигәндәй. Хәҙерге заманда кем баш ҡатырып үҙе ундай мейе киптергес эштәр менән ултыра тиһең? Йә, студент исеменән уҡытыусы үҙенә үҙе, йә эшһеҙ ултырған элекке студенттар яҙа. Һиңә лә артыҡ аҡса ҡамасауламаҫ. Бынау пальтоңды өсөнсө йыл кейәһең түгелме? – тине мыҫҡыллы ҡарашын Гөлйыһанға төбәп Сабира.
    • Ғилми эштәр яҙырға өйрәтә торған китаптар, ҡулланмаларҙан ҡарап яҙҙы курс эшен Гөлйыһан. Аҡса яғы бик наҡыҫ ине шул. Стипендияһы юл йөрөүгә генә етә, ауырыу әсәһенең инвалидлыҡ пенсияһы үҙенең дарыуына саҡ етә. Атаһын бөтөнләй иҫләмәй. “Бишле”гә яҡлағас, Сабира ла тейешле әжерен йәлләмәне. Һуңынан курсташтарына, үҙенән түбән курстарҙа уҡыған студенттарға ла Гөлйыһанды тәҡдим итте. Башта ауыр, бүтәндәр өсөн үҙеңә яуаплылыҡ алыу ҡурҡыныс кеүек күренһә лә, тора-бара төшөмлө эш оҡшай башланы Гөлйыһанға. Бәй, уҡыуын тамамлап, сығарылыш кисәһенә эшләгән аҡсаһына килешле күлдәк һатып алып кейҙе, эшһеҙ ултырғанда ла был шөғөлө һаман ярап ҡала. Башта Сабираға рәхмәтле ине, тик һуңғы ваҡытта көндән-көн еңмешлектең сигенә сығып барған әхирәтенә асыуы ҡабара башланы.
      Диплом эшен дә Гөлйыһандан яҙҙырып алып, яҡлау ваҡытында уҡытыусыларҙан бик күп маҡтау-хуплау һүҙҙәре ишеткәс, уҡыуын артабан да дауам итергә булды Сабира. Кандидатлыҡ минимумын атаһының бал-майҙары менән тапшырғас, төп көс тағы Гөлйыһанға төштө. Көнө-төнө тегендә-бында күңел асырға сапҡан, төнгө клубтарҙан ҡайта белмәгән Сабираның бар эште лә бүтәндәрҙән алда килтерә һалып тапшырыуы ғилми етәксеһендә ҡыҙға ҡарата аптырау ҙа, һоҡланыу ҙа уятты, илке-һалҡы йөрөгәндәргә уны өлгө итеп тә ҡуйҙы. “Бер көндө дискотекала йөрөгән фотоларын диуарына ҡуйһа, икенсе көн эштәрен күтәреп килеп тә етә. Ә һеҙ?!” – тип асыулана торғайны башҡаларға.
      Ауыл клубында китапханасы булып эш башлаған Гөлйыһан башкөллө Сабираның диссертацияһы менән генә булышты шул. Өс бөртөк хеҙмәт хаҡы янына ярайһы ғына килем дә, етмәһә, төрлө китаптарҙы уҡыу, эҙләнеү кеүек мәшәҡәттәр күңел ғазаптарына ла дауа булды.
      Колледждың һуңғы курсында уҡығанда “Бәйләнеш”тә сайтынан Илфак исемле бер егет менән танышты. Башта осрашыуға теләр-теләмәҫ кенә сыҡһа ла, фырт кейенгән, һауалы ғына ҡарашлы был егет оҡшаны ла ҡуйҙы. Тегенеһенең: “Фотоларыңа ҡарағанда, былай һин ищеү ҙә сибәрерәкһең бит,” – тип ауыҙ һыуы ҡороно. Барыһы ла һәйбәт кеүек ине, Гөлйыһандың әсәһе менән танышырға килгәндән һуң теге егет юғалды ла ҡуйҙы. Күрәһең, үҙен-үҙе саҡ-саҡ йөрөткән инвалид әбейгә кейәү булғыһы, кәртә-ҡураһы аушайып барған донъяла йәшәгән ерҙән кәләш алғыһы килмәгәндер. Илфакка Гөлйыһандың аҡыллы, тәүфиҡлы, матур ҡыҙ булыуы менән бергә хәлле ғаиләлә үҫеүе лә мөһим булғандыр. Әле саҡ шуны төшөнгән кеүек була Гөлйыһан. Бөгөнгө көндә үҙенән һигеҙ йәшкә өлкән балалы ҡатынға өйләнеп, уның фатирында йәшәп ятыуы, машинаһында йөрөүе лә шул хаҡта һөйләй бит. Ә ул ваҡытта, һөйгәне ташлағас, бар ғәйепте үҙендә күреп, эстән генә-янып көйөп йөрөгәйне.
      Сабира фән кандидаты дәрәжәһен яҡлаған йылда Гөлйыһанды эштән “ҡыҫҡарттылар”. Юғары уҡыу йортонда уҡыта башлаған элекке әхирәте өсөн Гөлйыһан уҡыу-уҡытыу планын да төҙөнө, лекцияларында уҡыласаҡ докладтарҙы ла яҙҙы - эш хаҡын да икегә бүлделәр. Шуға, эшенән бушатылһа ла, аҡсаға ҡытлыҡ кисермәй, ғилми эштәрен яҙышырға ла студенттар үҙҙәре уны эҙләп таба хәҙер. Ваҡытың вә теләгең генә булһын. Тик йыл әйләнәһенә дауаханан сығалмаған әсәһе менән генә көн күргән, көнө-төнө китапҡа ҡаҙалып ултырған, урамда йөрөгәндә лә нимәлер уйланған, кеше менән артыҡ аралашып бармаған Гөлйыһанға хыялый тигән ҡушамат тағып ҡуйҙы ауылдаштары. Үҙенә хыялый тип өндәшһәләр, үсекмәй, көлөмһөрәп кенә ҡуя. Ә ниңә үсегергә? Ауыл ерендә һәр кемдең ҡушаматы бар. Ана, ауылдарында өс Гөлйыһан йәшәй, һәр береһе лә ҡушаматлы. Ата Гөлйыһанға ирҙәрҙән уҙып һүгенеп, эсеп-туҙып йөрөгәнгә ҡушҡандар, Быжыр Гөлйыһандың биттәре шаҙра. Ә Гөлйыһанға Хыялый тигәне йәбеште. Ярай, иҫәр тимәгәндәр бит. Хыялый, тимәк, хыялланырға яратыусы, хисле кеше.
      Хисле тигәндәй, һуңғы ваҡытта шиғырҙар яҙа башланы ул. Ҡайһы саҡ күңелендә ҡапыл бөрөләнгән уйҙарҙы ҡағыҙға теркәп тә өлгөрә алмай ҡала. Бигерәк тә кистәрен, йоҡларға ятһа, илһам ҡошо тынғылыҡ бирмәй. Беренсе мөхәббәтен тамам онотоп, күңеленән кисергәнгә күрә, шиғырҙары хисле, уйсан булһалар ҙа, ҡайһы бер гүзәл зат шағирәләрҙеке кеүек: “Мин һине яратам, ә һин киттең, ташланың!” – тип ҡысҡырып тормай. Бары тик тәбиғәт күренештәре, йәшәйештәге көнкүреш әйберҙәр аша сағыштырып, әйтер фекерен ябай, асыҡ итеп еткерә лә ҡуя. Тормош юлын бергәләшеп, иңгә-иң терәшеп барырҙай һөйөүен дә көткән төҫлө лирик геройҙары.
      Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа булһа ла, ниндәй дәрәжә биләһә лә һәр саҡ яҡлауға, наҙға мохтаж инде. Яңғыҙы мендәр ҡосаҡлап уфтана-уфтана төн уҙғарғаны ла, хәләленән тейешенсә йылылыҡ ипкене ала алмағаны ла, үҙен ҡурсалаусы, йылы ҡанат аҫтында икәнлеген тоймаһа, ул, йәғни гүзәл зат, берәүҙе эҙләй, көтә. Һуңғы ваҡытта Гөлйыһандың күңеле лә тап шуны көҫәй кеүек. Бер ауыҙы бешкән боҙҙо ла өрөп ҡаба, тиһәләр ҙә, ир-затына ҡарата күңеле ҡатһа ла, хыялындағы ул берәүҙе барыбер көтә. Бына-бына килер ҙә көслө ҡулдары менән ҡосоп алыр, бешкән сейәләй тулышып торған ирендәренән үбер... Бә-әй,тап ана шул оло һөйөүен көтөп, иләҫләнеп, елкенеп-һыҙланып яҙған шиғырҙарын да Сабира үҙенеке итергә теләй. Нимә-нимә, әммә бәхетле киләсәген күҙаллап, күҙ йәштәре аша ижад ителгән, ҡәҙерле был ҡулъяҙманы, аҡсаға алмаштырып, анһат ҡына тоттороп ебәрһенме? Етте! Бүтәндәр өсөн күп йәшәлде, хәҙер үҙенең тормошон яйға һалырға, ижад емешеңде үҙ исемеңдә күреп ҡыуанырға, уҡыусыңдан тейешле баһа алырға тейештер бит ул да?!.
      Сабира килеп юхалап, инәлеп йә шиғырҙарын да үҙенеке итеп ҡуйыр тип, яҙғандарын йәштәр журналының электрон почтаһына ебәреп ҡуйҙы Гөлйыһан һәм тынысланған кеүек тә булды.
      ***
      Элекке класташы оҙаҡ көттөрмәне Гөлйыһанды. Өй ишеген шартлата ябып, дөп-дөп баҫып килеп тә керҙе. Ҡураныс ҡына кәүҙәле ул, ә үҙен күрмәй, аяҡ тауышын ғына ишеткән берәү, ай-һай, дәү, олпат ҡына ир йөрөй тиер ине. Үҙенә артыҡ ышаныусан, ниндәй юл менән булһа ла теләгенә ирешә белеүсән кешеләрҙең аҙымы был.
      Рөхсәтһеҙ-ниһеҙ килтергән күстәнәстәрен бушатып, бер шешә затлы коньякты шапылдатып ултыртмаһынмы өҫтәлгә.
      • Мин эсмәйем, беләһең…
      • Нимә, һин дә хәҙер мәсет ҡортҡаһына әүерелдеңме?
      • Уныһы минең эш.
      • Ниндәй кәзә төкөнө ул һине? Киреләнеп тик торасы. Мин уның янына класташ, әхирәт тигән булып, хәл белешергә киләм. Аҡсаға туйындыңмы, әллә берәй миллионер ир таптыңмы?
      • Ярай, күп лығырлама. Ултыр! – Сынаяҡтарға ҡайнар сәй ағыҙып торған Гөлйыһан Сабираға ҡаты ғына бойороп ҡуйҙы.
      • Күпме генә юхалап, әрләп ҡараһа ла, Сабира үҙе менән алып килгән күстәнәсен эсерә алманы. Шәшкеһен ауыҙына терәгән килеш, бер нөктәгә ҡарап ултырған Гөлйыһанды һыйлай алмаясағына тамам төшөнгән Сабира ярты шешәне яңғыҙы бушатҡас, икенсе хәйләгә күсте. “Әсәйемдәрҙең центральный һыуының бер тәме юҡ, һеҙҙең ҡойо һыуын эске килә. Килтер әле,” – тигән һылтау менән Гөлйыһанды түрбашҡа һыуға ебәргәс, табындашының сәйенә бер нисә йоҡо дарыуы һалды. Тегенеһе әүен баҙарына киткәнсе, юҡ-бар тураһында һөйләнеп, тағы ла шиғырҙарын үҙенә һатырға өндәп ултыра торғас, Гөлйыһан дивандың арҡаһына терәлеп ултырған шул килеш йоҡоға сумды.
        Эш өҫтәлендә ҡабыҙыулы торған ноутбуктан шиғырҙар һаҡланған папканы табыуы әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы, йәһәт кенә флешкаһына күсереп тә ҡуйҙы. Теләгенә ирешеп, ҡайтырға ыңғайлағанда, йоҡлап ултырған Гөлйыһанға күҙ һалды. Ул йоҡоға төшөндәге ниндәйҙер бер татлы күренешкә йылмая-йылмая йоҡлай. Нисә көн буйы асыуын ҡабартып, бер нисек тә ыҡҡа килмәгән элекке әхирәте үҙенән мыҫҡыл итеп көлгән кеүек тойолдо шул мәл Сабираға.
        ...Башына ҡапланған мендәрҙән тын ала алмайынса һелкенгән Гөлйыһандың кәүҙәһе тынып ҡалғас ҡына аңына килеп, коньяк шауҡымынан айнып киткәндәй булып ишеккә ташланды. Беҙ үксәле итектәре менән өйҙәренә табан тая-йығыла йүгерә торғас, Гөлйыһандар тапҡырынан аҡҡан бәләкәй генә йылғаға ҡолап китте. Бәй, бая ул киткәндә боҙо ла иремәгән ине лә һуң? Әллә үҙен киләсәктә шағирә сифатында күреп, артыҡ хыялланып килә торғас, аңғармай ҙа ҡалған инде?! Күпме ҡысҡырып, ялбарып ярҙам һорап ҡараһа ла, ишетеүсе лә, килеүсе лә күренмәне, мәтеле һыуҙан сығырға маташа торғас, бөтөн кәүҙәһен бер юлы көҙән йыйырҙы.
        Иртән иртүк ғәҙәтенсә быҫҡытып алырға тышҡа сыҡҡан Гөлйыһандың күршеһе Ғариф ағай бәләкәй генә йылғаның арҡырыһына килбәтһеҙ һуҙылған Сабираның кәүҙәһен күреп шул яҡҡа ташланды. Күпме тырышһалар ҙа, ярҙам итә алманылар. “Йөҙ түбән килеш ятҡас, һыуға тонсоҡҡан,” – тине үлем сәбәбен асыҡлаған табип. Гөлйыһанға китеп барышлай өҫтөнә саҡ шәре сыға башлаған Бурһыҡ йылғаһы тауҙарҙан ағып төшкән ҡар һыуына бер нисә сәғәт эсендә ташып, Сабираның үлеменә сәбәпсе булып ҡуйҙы. Теге флешканы ла үҙенең ләмле төбөнә йәшерҙе лә, мөһим эш башҡарып, арып йоҡомһораған кешеләй, кисәге ярһыуынан баҫылып, ҡабаттан тын ғына ағымына ҡайтты.
        ...Иртән эшкә килгән журналдың баш мөхәррире Гөлйыһандың шиғырҙар шәлкеме менән танышып сыҡҡандан һуң, “Киләһе номерға!” – тип яҙғас, имза ҡуйҙы ла сәркәтибенә тотторҙо.
        Читайте нас: