Кисә Өфөлә ике дуҫ ял кисен бергәләп үткәрәләр. Ултыра торғас, эсеп алған ирҙәрҙең береһе, дуҫының һөйләгән көләмәсен оҡшатмай, уға бысаҡ менән сәнсә. Ҡанға батҡан ирҙе тиҙ арала дауаханаға алып китәләр. 36 йәшлек һеркәһе һыу күтәрмәгән енәйәтсе ҡулға алына.