Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2020, 18:10

Йөк машинаһы менән юрған үлемдән ҡотҡара

Шлагбаум арҡаһында янғын һүндереү техникаһы инә алмай.

Белгородта туғыҙ ҡатлы йорттоң икенсеһендә янғын сыға. Шлагбаум арҡаһында янғын һүндереү техникаһы инә алмай. Шуға ла, оло йәштәге парҙы, етмәһә мөмкинселеге сикләнгән ғаилә башлығын ҡотҡарырға үтеп барыусылар ярҙамға килә. Әбейгә һикерергә ҡушалар. Аҫтан юрған әҙерләп көтәләр. Ә бабайҙы ҡотҡарыу өсөн йөк машинаһы менән хужаһы булыша. Машинаның түбәһенә менеп, уны балкон аша күтәреп төшөрәләр.
Читайте нас: