Шоңҡар
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 08:25

Эшҡыуарҙар, ишетмәй ҡалмағыҙ!

Күпме аҡса биреләсәк?

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса комитеты Башҡортостан Республикаһы төбәк бюджетынан субсидия алыуға ғариза ҡабул итеүҙе дауам итә. Һүҙ Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы экспортҡа сығарыу менән бәйле сығымдарҙы ҡаплау хаҡында бара. Был дәүләт ярҙамы ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Быйыл бер ғариза буйынса күрһәтелгән ярҙам – 2 миллион һумдан ашыу. Программала республиканың бәләкәй һәм урта предприятиелары ҡатнаша. Улар Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы ярашлылығын раҫлау йәки Акрредитациялау буйынса федераль хеҙмәттә йәки сит дәүләттең ошондай уҡ дәүләт органында аккредитацияһы булған ойошмаларҙа менеджмент системаһының халыҡ-ара стандарттарға тура килеүен сертификациялау өсөн сығымдар сарыф иткән.
Ғаризалар 20 апрелдән алып программа сиктәрендә аҡсаның тулыһынса тотонолоп бөтөүенә тиклем Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса комитеты ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт. Һорауҙар менән +7 (347) 280-87-17 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә йәки [email protected] электрон почтаһына яҙырға мөмкин.
#ВладимирПутин
#Национальныепроекты
Читайте нас: