Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 09:10

"Тәгәрмәсле" теш дауалау кабинеты эшләй

Теш табиптарынан торған күсмә бригада 11 районда 1000-дән ашыу кешене ҡабул итте.

Балаҡатай рйоны халҡы “тәгәрмәсле” стоматология хеҙмәте менән файҙаланды.
“Тәгәрмәсле” стоматология кабинеты Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 2018 йылдан алып эшләп килә. Ике йыл элек үк республика етәкселеге был мөһим проектты асып ебәргәйне. Һүҙ махсус кабинет итеп ҡулайлаштырылған ПАЗ автобусы хаҡында барыуын аңлағанһығыҙҙыр. Ул республиканың иң алыҫ төбәктәренә саҡлы барып етә. Кабинет бәләкәй генә автобус салонында урынлаштырылһа ла, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Быйылғы ауыр эпидемик хәлгә ҡарамаҫтан, “тәгәрмәсле” теш дауалау кабинеты барлыҡ һаҡланыу сараларын ҡулланып, эшен дауам итте. Теш табиптарынан торған күсмә бригада 11 районда 1000-дән ашыу кешене ҡабул итте. Күптән түгел улар Балаҡатай районында булып, бер аҙна эсендә 109 кешене дауаланы.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас: