Ауырғазы районының Усман, Туҡай һәм Иҫке Ибрай ауылдарында бер көндә өс заманса яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Һәр береһенең хаҡы яҡынса ике миллион һум тәшкил итте, йәнә 440 мең һум тирәһенә улар медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылды.
Юғиһә Усманда иҫке ФАП 1961 йылда төҙөлгән йортта урынлашҡан була. Унда һыу һәм канализация үткәргестәре лә булмай, ҡорамалдар ғына түгел, йыһаз да етешмәй.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында пациенттарға ла, медицина хеҙмәткәрҙәренә лә уңайлы шарттар булдырылған. Интернетҡа тоташтырылған компьютерға хәтлем бар. Бында Усман һәм Сәлих ауылдарынан 200-ләп кеше хеҙмәтләндереләсәк.
Халыҡты юғары категориялы фельдшер Ленара Тәминдәрова ҡабул итәсәк. Ул бында 2006 йылдан эшләй.
Туҡай һәм Иҫке Ибрайҙағы ике ФАП та шулай уҡ тәжрибәле кадрҙар менән тәьмин ителгән. Тәүгеһендә 39 йыл хеҙмәт стажы булған фельдшер Зилә Дибаева менән акушер Зарина Лукьянова эшләһә, икенсеһенә 40 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе булған фельдшер Мәрйәм Рахманғолова етәкселек итә.
– Һәр муниципалитет та бер көндә өс яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы менән маҡтана алмай. Бөгөн беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә тарихи көн. Бындай бүләк өсөн республика етәкселегенә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, төҙөүселәргә һәм бағыусыларға рәхмәт. Әле 1 октябрҙә генә Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығында районда ике ФАП асҡайныҡ, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Ауырғазы районы башлығы Зөфәр Иҙрисов.
Әлеге ауыл ерендәге учреждениелар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә тормошҡа ашырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" төбәк программаһы сиктәрендә сафҡа индерелде.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү” проектын тормоша ашырыу сиктәрендә республикала модулле конструкциялы ФАП-тар һәм халыҡ һаны 101-ҙән 2000 кешегә тиклем булған ерҙәрҙә табип амбулаторияларын төҙөү буйынса планлы эш алып барыла. Ауыл медицинаһы әүҙем тергеҙелә. Ауыл ерендә йәшәгән кешегә уңайлы булһын һәм улар ваҡытында медицина ярҙамы ала алһын өсөн барыһы ла эшләнә.
Был маҡсатта 2020 йылда федераль һәм республика бюджеттарынан 320 миллион һум аҡса бүленгән. Быйыл ғына 94 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты (амбулаториянан тыш) алыу һәм урынлаштырыу планлаштырыла.
Бөгөнгә ҡарата 96 модулле конструкция алыуға контакт төҙөлгән, уларҙың 93-ө ФАП һәм өс табип амбулаторияһы. Шулай уҡ барлыҡҡа килгән экономия аҡсаһына йәнә бер фельдшер-акушерлыҡ пункты алырға ниәтләйҙәр.
Уларҙы урынлаштырыу 41 район һәм ике ҡала округында башҡарыла. 12 ноябргә ҡарата 74 ФАП-ты монтажлап бөткәндәр.