Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 12:00

“Тулҡын” паркы матурлана

Был парк Өфөнөң Затон биҫтәһендә урынлашҡан.

Өфөнөң “Тулҡын” паркында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектына ярашлы, күләмле реконструкция эше дауам итә.
Эштең һуңғы этабында күл төҙөкләндерелә, амфитеатр төҙөлә. Әйткәндәй, амфитеатр майҙансығы өлөштәргә бүленгән эллипс рәүешендә эшләнгән. Архитектура объектының уртаһына гранит түшәлгән. Подряд ойошмаһы вәкиле әйтеүенсә, объектты быйыл ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Амфитеатр эргәһендәге күл буйында эш ҡайнай. Бында йәйәүлеләр өсөн юл һалына, тротуар плитәһе түшәлә. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн эскәмйәләр ҡуйыла.
Проект буйынса парк уртаһында террасалы майҙансыҡ булдырыласаҡ. Әле бында свай ҡағылған. Белгестәр канализация системаһын монтажлай, күперҙәр өсөн металл конструкцияларҙы ҡора, яҡтыртҡыстар ҡуйырға әҙерләнә.
Читайте нас: