19 ноябрҙә халыҡ һайлауы башланды. Унда һәр кем үҙенең тыуған төйәге һәм яратҡан аҙыҡ-түлеге өсөн тауыш бирә ала. “Рәсәй тәғәме” төбәк брендтарының яңы милли конкурсы Рәсәй ауыл хуалығы министрлығы тарафынан ойошторолған. Был алыш фермер продукцияһын алға һөрөү буйынса уҙғарыласаҡ сараларҙың тәүге этабы булып тора. "Рәсәй тәғәме" федераль конкурсында 26 башҡорт аҙыҡ-түлек бернды ҡатнаша. Тауыш биреү башланған да инде, вкусыросии.рфhttps://russiantastes.ru сайтында 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем үҙебеҙҙең республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек өсөн тауыш бирергә була.
Конкурста башҡорт балы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт талҡаны, башҡорт ҡаҙыһы, алкогольһеҙ башҡорт бал балы, Башҡортостанда үрсетелгән ҡаҡланған страус ите, Бөрйән солоҡ балы, Иглин һуғаны, Учалы кеүәҫе, Ҡариҙел үләндәре, башҡорт ҡорото, “Башҡорт сувениры” прәниге, Федоровка ҡаҙы,” Урал батыр” бальзамы, башҡорт бауырһағы, баллы башҡорт сыры һ.б бар.