Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 12:55

24 градуслыҡ һыуыҡта тоталар

Башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр ҙә була...

Медицина өлкәһендәге үҫеш-үҙгәрештәр тураһындағы яңылыҡтар менән танышыу, икеләтә шатлыҡлы күренеш.
Красноярск өлкәһендә уҙғарылған уникаль операция ла шуларҙың береһе. 63 йәшлек пациент йөрәк сире менән яфалана. Дауаханаға мөрәжәғәт иткәндә, йөрәге шартлар хәлдә була. Красноярсктың 1-се дауаханаһының кардиохирургия бүлегендәге табиптар мөмкин булғанын да һәм... мөмкин булмағанын да эшләй. Улар ауырыуҙың тәнен 24 градусҡа тиклем һыуытып торалар. Әлбиттә, барыһы ла медицина күҙәтеүендә башҡарыла. Операцияны ла уңышлы үткәргән пациент оҙаҡламай үҙ аяҡтарында өйөнә ҡайтасаҡ.
Читайте нас в