Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 09:15

Эшһеҙ ҡалғандар яңы һөнәргә эйә буласаҡ

Элек бындай ярҙамды мәтәпкәсә йәштәге балалары булған әсәләр һәм илле йәште үткәндәр генә ала алһа, хәҙер барлыҡ эшһеҙ ҡалғандарға ла ярҙам буласаҡ.

Башҡортостанда эшһеҙ ҡалған кешеләр бушлай белем алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Бындай мөмкнилек “Демография” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ. Элек бындай ярҙамды мәтәпкәсә йәштәге балалары булған әсәләр һәм илле йәште үткәндәр генә ала алһа, хәҙер барлыҡ эшһеҙ ҡалғандарға ла ярҙам буласаҡ. Проект 2021 йылда тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Яңы белемгә эйә булыусылар тиҙ арала эш тапһын өсөн эш тәьмин итеүселәрҙең ихтыяждары күҙ уңында тотласаҡ. Уҡыу осоронда улар пособие аласаҡ. Бынан тыш мәшғүллек үҙәктәрен модернизациялау планы тора. Башҡортостанда әленән үк тәүге кадрҙар үҙәге эшләп килә. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
#Демография
Читайте нас: