Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2020, 21:55

Боҙолоп өлгөрмәй

Әртис халҡы тиҙ бирешә шул...

...Эльмира Юлдашева Салауатта уҡыуын ҡалдырһа ла, сәнғәт юлынан белемен артабан да камиллаштырыу уй-хыялы үҙе менән ҡала. Икенсе йылына уҡ, Өфө сәнғәт институтының эстрадала махсус һүҙ оҫталарын әҙерләгән яңы төркөмгә эләгә. Өсөнсө курста уҡығанда ғүмерлек йәре – Стәрлебаш районы Ҡабаҡҡыуыш ауылы егете Юрис Венер улы менән таныша. Оҙаҡламай ҡауышалар.
Сығарылыш курсына еткәс, студенттар ҡуйған спектаклдәргә йыш ҡына ситтән режиссерҙар ҙа килә ҡарарға. Араларынан Әнүәр Нурмөхәмәтов менән танышып китәләр. Тәүге башҡорт сериалы “Ай ҡыҙы” фильмын төшөрөргә артистар эҙләп йөрөгән икән. Яңы ғына ҡулына диплом алған йәш белгесте төп геройҙы уйнарға тәҡдим итә. Уға тиклем унлап актриса кастингҡа килә. “Әнүәр ағай саҡырҙы ла: “Камера алдында көлгән-илаған, шатланған-һағышланған саҡтарыңды күрһәт”, – тине. Барыһы ла уңай ғына килеп сыҡҡандыр инде. Минән һуң Айһылыу роленә кеше эҙләмәнеләр, – тип йылмая үҙен актриса булараҡ танытҡан фильмға төшөү мәлдәрен иҫләп. – Актерҙар, ғәҙәттә, ике төркөмгә бүленә. Беренселәре, сәхнә өсөн. Улар тамашасы алдында ғына ныҡлап асылып китеп уйнай ала. Икенселәре, кино өсөн. Уларға камера кәрәк. Мин иһә сәхнәлә “боҙолоп” өлгөрмәгән инем. Шуға ла, барыһы ла тәбиғи килеп сыҡҡандыр инде...”.
Нәфис һүҙ оҫтаһы тураһында журналдың унынсы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: