Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2020, 10:55

Туғыҙ кеше ағыулана

Эскелек тамуҡҡа төшөрә...

Саха (Яҡутия) республикаһының бер районында туғыҙ кеше эсеп ағыулана. Күрәһең, хәмер ҡолона әүерелгән был әҙәмдәр составында спирт ҡушылған һәр нәмәне быға тиклем дә тәмләп ҡарағандарҙыр. Шулай булмаһа, ҡул тиреһен эшкәртеү өсөн һатылған махсус шыйыҡсаны ауыҙҙарына алырҙар инеме ни?!
Өсәүһе урында уҡ йән бирә. Алтауһын ауыр хәлдә баш ҡалаға оҙаталар. Әммә унда барып еткәс тә, өсәүһен ҡотҡара алмайҙар.
Һуңғараҡ уларҙың күмәкләшеп биш литрлыҡ һауытта ҡул тиреһен эшкәртеү (таҙартыу) өсөн һатылған махсус шыйыҡсаны эсеүҙәре билдәле була.
Читайте нас: