Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 16:55

Һаҡланыу тәртибен үтәүгә контролде көсәйтергә кәрәк!

Әммә сир йоҡторғандар һаны ике процентҡа ғына кәмегән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ведомстволарҙы изоляцияны үтәүгә контролде көсәйтергә саҡырҙы.Уның һүҙҙәренсә, 65 йәштән өлкән граждандар өсөн изоляция режимын индереүгә ике аҙна, әммә ошо йәш категорияһында сир йоҡторғандар һаны ике процентҡа ғына кәмегән.
«Был беҙҙең эшләп еткермәүебеҙ хаҡында һөйләй, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының, ведомство-ара төркөмдәрҙең эшмәкәрлеге – һөҙөмтәһеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Ул социаль хеҙмәт хеҙмәткәрҙәренең марттан алып арымай-талмай эшләүен билдәләне һәм уларға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Әлеге мәлдә эштең һөҙөмтәһеҙ икәнлеген теркәйем. Нимә эшләргә икәнлеген уйларға кәрәк. Беҙ һәр төрлө саҡырыуҙарға эш менән яуап бирәбеҙ: ситуация үҙәген ойошторабыҙ, госпиталдәр төҙөйбөҙ. Бында лә эш итергә кәрәк», — тине республика Башлығы.

Ул шулай уҡ 65 йәштән өлкәндәрҙең изоляцияла ултырғанда ниндәй ярҙам сараларына иҫәп тоторға мөмкинлеген иҫтәренә төшөрөргә ҡушты.

“Башинформ”.
Читайте нас: