Вологда өлкәһендә йәшәгән Наталья Аруева пандемия башланғас та 12 йәшлек улы менән ирекмән эшенә тотона. Йыйыштырыусы булып эшләгән ҡатын, эштән һуң, өлкән йәштәгеләргә ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ ташый.
Улар өсөн ярҙамсыл ҡатын тиҙ арала үҙ кешегә әйләнә. Ололар хәҙер “Ҡыҙыу бәйләнеш”кә түгел, туранан-тура уға шылтыраталар.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, ти халыҡ. Улына яҡшы тәрбиә биргән, оло йөрәкле ҡатындың изгелеген ил башлығы В. Путин да баһалай. Уға “БеҙБергә!” тигән миҙал тапшырыла.