Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 23:49

Йәштәр театры фестивалдән ҡайтты

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы артистары Чебоксарҙар ҡалаһында үткән "Иҙел буйы әкиәте" регион-ара фестивалендә ҡатнашты.

Улар Марта Райцестың "Я – кулак. Я – Анна." инклюзив спектакле менән М. Сеспель исемендәге Сыуаш дәүләт йәш тамашасылар театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Тамашасы социаль драманы бик йылы ҡабул итте. Төп ролде башҡарыусы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Светлана Бронникова иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн фестивалдең төп призына, ә спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина иһә режиссура өсөн махсус призға лайыҡ булды. Бынан тыш театр V регион-ара йәш тамашасы театрҙарының "Иҙел буйы әкиәте" (Атăл юмахĕ) фестиваленең жюри ағзаларынан махсус диплом алып ҡайтты.
- Сыуашстан республикаһының баш ҡалаһында йыл һайын уҙған был мәҙәни сара быйыл Сыуашстан автономия өлкәһенең - 100, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап уҙғарылды. Төрлө театрҙар сығыштарынан тыш бында семинар-практикум, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Ә ғөмүмән алғанда, "Иҙел буйы әкиәте" –ижади аралашыу майҙансығы. Бында актерҙар, режиссерҙар, рәссамдар, драматургтар, тәнҡитселәр йыйылып, милли, йәштәр театрҙары үҫеше хаҡында һүҙ алып бара. Театр коллективтары яңы исемдәр аса. Төрлө халыҡтарҙың традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған тамашалар ҡарала, - тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Ырыҫҡужина.
Читайте нас: