Бөгөн гүзәл заттарыбыҙ эшҡыуырлыҡ өлкәһендә лә ҙур уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың 47 проценты – гүзәл зат вәкилдәре.
19 ноябрҙә республикла “Әсәй-эшҡыуар” ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса федераль белем биреү программаһы эшләй башланы.Сарала
алдан һайлау үткән 30 иң яҡшы, ҡыҙыҡ һәм төрлө форматлы эшҡыуарлыҡ проекты тормошҡа ашырыла. “Әсәй-эшҡыуар” – ил Президенты Владимир Путиндың май указдары сиктәрендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған сара. Ул ҡатын-ҡыҙҙар араһында йүнселлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Биш көн эсендә әсәйҙәр йәш эшҡыуар өсөн маркетинг нигеҙҙәрен, финанс, юридик үҙенсәлектәр һәм башҡалар хаҡындағы белемгә эйә буласаҡ. Курс тамамланғас, унда ҡатнашҡан һәр кем конкурсҡа үҙ проектын күрһәтәсәк. Улар һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыһын Amway фонды финанслаясаҡ. Еңеүсе 100 мең һум күләмендә грантҡа эйә буласаҡ.