Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 01:06

Ҡан баҫымың юғарымы?

Ҡабаҡ һабағын ташламағыҙ!

Ул шәп дауа икәнен күптәр бермәйҙер ҙә әле.
Тәүҙә һабаҡтарҙы 10-15 см киҫәктәргә турап, һалҡын һыу менән сайырға кәрәк. Еләҫ урында киптереп алғас, сепрәк тоҡсайҙарҙа йыл әйләнәһенә һаҡларға була. Ә ҡан баҫымы күтәрелһә унан төнәтмә эшләп эсегеҙ. Бының өсөн 2 киҫәк кипкән һабаҡты алып, 1,5 стакан һыуға һалып, 15 минут талғын утта ҡайнатығыҙ. Төнәтмә һыуынғас һөҙөп алығыҙ һәм көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсегеҙ.
Был төнәтмә шулай уҡ бөйөр һәм йөрәккә лә файҙалы, аяҡтар шешенеүен дә бөтөрә.
Читайте нас: