Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 11:30

Радмир еңеп ҡайтты!

Радмир Мирзаматовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса барлыҡ сараларҙы тормошҡа ашырыу полигондарға ташылған ҡалдыҡтар массаһын 50 процентҡа тиерлек аҙайтасаҡ. Һөҙөмтәлә уларҙы күмеү буйынса хаҡтар ҙа ике тапҡырға кәмейәсәк, ә йыйылған икенсел матди ресурстарҙы университеттың ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү буйынса сығымдарын да компенсациялаясаҡ.

Башҡорт дәүләт аграр университетының тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультеты студенты Радмир Мирзаматов “Ҡалдыҡтар менән эш итеү: заманса хәл һәм перспективалар” тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла беренсе урынды яуланы. Ул был бәйгелә үҙенең ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм үтилләштереүҙе иҡтисади йәһәттән нигеҙләү буйынса эшен тапшырғайны. Унда дөйөм ятаҡтарҙағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың морфологик составын өйрәнеү, университет биләмәһендәге икенсел матди сеймалдарҙы тапшырыу ҡиммәтен иҫәпләү буйынса тикшереүҙәр үткәрелгән.
Радмир Мирзаматовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса барлыҡ сараларҙы тормошҡа ашырыу полигондарға ташылған ҡалдыҡтар массаһын 50 процентҡа тиерлек аҙайтасаҡ. Һөҙөмтәлә уларҙы күмеү буйынса хаҡтар ҙа ике тапҡырға кәмейәсәк, ә йыйылған икенсел матди ресурстарҙы университеттың ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү буйынса сығымдарын да компенсациялаясаҡ.
– Радмирҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Уның тикшеренеүҙәре ғәмәлдә әүҙем тормошҡа ашырылыр тип ышанабыҙ. Һәм дөйөм тырышлыҡ менән имен тирә-яҡ мөхиткә хоҡуғыбыҙҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ, – тип белдергән республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Ринат Фәтҡуллин.
Әйткәндәй, быйыл мартта беренсе тапҡыр Башҡорт дәүләт аграр университетында “Студенттар ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн” тигән яңы социаль-мәғариф экология проектын тормошҡа ашыра башлағайны. Өҫтәүенә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән Башҡорт дәүләт аграр университеты араһында экология өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты сиктәрендә ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы – “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы – тарафынан университет биләмәһендә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса контейнерҙар урынлаштырылған, тип хәбәр итә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: