Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 19:05

Әсәйҙәр, ҡанһыҙлыҡ ҡайҙан килә?

Биш көн ас торғас...

Мәскәүҙә йәшәүсе әсәй кеше ун йәшлек малайын фатирға бикләп китә. Биш көн буйы ул өйөнә ҡайтып та әйләнмәй, улының да хәлен белешмәй. Фатирҙа ашарға бөткәс, малай стена аша туҡылдатып, күршеләренән ярҙам һорай. Улар иһә теҙгенде ҡыҫҡа тота. “Тиҙ ярҙам” саҡырылар, ябығып, хәлһеҙләнгән малайҙы дауаханаға һалалар. Ә балаһын яҙмыш ҡосағына ташлаған 31 йәшлек ҡатынды әлегә таба алмайҙар.
Читайте нас: