Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 19:55

Ни өсөн өшөтә?

Ә ниңә күҙҙәр туңмай?

Тән температураһы төшә башлаһа, организм “ҡалтырау” механизмын ҡуша.
Аденозинтрифосфор кислотаһы (АТФ) организмда берҙән-бер энергия сығанағы булып тора. Әлеге кислота тарҡалғанда энергия бүленеп сыға. Күҙәнәктәр был энергияны төрлө процестарҙа ҡуллана.
“Ҡалтырау” механизмы автомат рәүештә ҡушыла. Шул уҡ ваҡытта кеше һалкында үҙе лә һелкенә башлай: ҡулдарын һелкетә, һикерә.
Ни өсөн һыуыҡта күҙҙәр туңмай?
Сөнки күҙҙәрҙә терморецепторҙар юҡ. Туңыу һәлате рецепторҙар эшмәкәрлегенә бәйле барлыҡҡа килә. Улар температура үҙгәрештәрен тоя. Әгәр тән температураһы физиологик норманан төшә башлаһа, әлеге рецепторҙар сигнал бирә башлай һәм беҙ туңабыҙ.
Күҙ алмаһында терморецепторҙар юҡ. Сөнки күҙҙәр өшөй алмай. Уларҙың күп өлөшө баш һөйәге эсендә урынлашҡан һәм ҡан менән тәьмин ителеп тора. Ә алғы яғы күҙ ҡабаҡтары асылып-ябылып торғанда йылынырға өлгөрә.
Читайте нас: