Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы өр-яңы сервисты ғәмәлгә индерҙе. Ул – граждандарға коронавирусҡа тикшеренеү һөҙөмтәләре тураһында смс-хәбәр ебәреү. Республикала бындай хеҙмәт шәмбе, 21 ноябрҙән, күрһәтелә.
– Көн һайын 6,5 меңдән ашыу смс-хәбәр ебәрелә. Әле дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, йәғни дәүләт лабораторияларында тапшырылған тест һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт еткерелә. Смс килһен өсөн биоматериал тапшырғанда Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына йүнәлтмә тултырыла, – тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Тимәк, ауырып киткән кешегә поликлиникаға барырға йәки шылтыратырға тура килмәйәсәк, һөҙөмтә телефонға килә.
– Смс-та ыңғай, шулай уҡ кире һөҙөмтә күрһәтелә. Сир асыҡланған осраҡта пациентҡа артабанғы ғәмәлдәр буйынса кәңәш бирелә. Һәр ауырыу медицина ярҙамы күрәһтеү өсөн иҫәпкә, контролгә алына, – тип өҫтәне министр.
Уның әйтеүенсә, дәүләт лабораторияларында алынған анализ һөҙөмтәләрен Башҡортостандың Берҙәм медицина порталындағы “Пациенттың шәхси кабинеты”нда һәм “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһында тикшерергә була.