Шоңҡар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 21:50

Атай, әсәй, йөрәккәйем...

Башҡорт теле көнөндә ниндәй һүҙҙең иң матур икәне билдәле була.

Атай, әсәй, йөрәккәйем...
1 ноябрҙә «Иң матур башҡорт һүҙе» проекты башланды. Республика халҡы ике аҙна дауамында үҙ варианттарын тәҡдим итте. Сайтҡа бөтәһе 1000-дән ашыу һүҙ килде.
Халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә төҙөлгн исемлек бына шундай (һүҙҙәр алфавит тәртибендә бирелгән):
  1. Атай
  2. 2.Йөрәккәйем

    3.Йән

    4.Йәнтөйәк

    5.Ҡот

    6.Намыҫ

    1. Өмә
    2. Сабыр
    3. Тылсымлы
    4. Хыял
    5. Һөйәм
    6. Әсәй
    7. bashslovo.ru сайтында башҡорт телендәге иң матур яңғырашлы һүҙҙе һайлау өсөн тауыш биреү бара. 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, ниндәй һүҙҙең иң матур икәне билдәле була. Тауыш биреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

      Проектты Башҡортостан Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы,«Медиаформат» балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе ойоштора. Уға республиканың дәүләт телдәрен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранты аҡсаһы бүленгән. Проект авторы — Рөстәм Аҙнабаев.

      Читайте нас: