Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 19:15

Башҡорт балы өсөн тауыш бирәйек!

Әйткәндәй, Башҡортостан үҙенең 26 брендын тәҡдим итә, тәүҙә һеҙҙеңсә иң яҡшы булғанын һайлап алыу зарур.

“Рәсәй тәмдәре” милли гастрономия конкурсында милли брендтар өсөн тауыш биреү дауам итә. 26 ноябрҙең төш мәленә ҡарата брендтар ярты миллион самаһы тауыш йыйған. Уларҙың биш меңдән ашыуы – башҡорт балы өсөн бирелгән баһа. Һөҙөмтәлә Мәскәү өлкәһенән тәҡдим ителгән Посад прәниктәрен үтеп китеү өсөн беҙҙең балға тағы 14-15 мең тауыш йыйырға кәрәк. Халыҡ тауыш биреүе “Рәсәй тәмдәре” конкурсының бер этабы һәм ул 2 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Башҡорт балына тауыш биреү өсөн “Рәсәй тәмдәре” конкурсы сайтына – https://russiantastes.ru/ инергә һәм тауыш ҡалдырырға кәрәк. Әйткәндәй, Башҡортостан үҙенең 26 брендын тәҡдим итә, тәүҙә һеҙҙеңсә иң яҡшы булғанын һайлап алыу зарур.
Бөгөн йәнә беҙҙең тауарҙар – Башҡортостан экосалаты, Башҡортостан еләге, Башҡортостан баллы сыры һәм Федоровка ҡаҙы 1,2 меңдән 7 меңгә тиклем тауыш йыйған.
Бөтәһе был конкурста 79 төбәктән 508 тауар ҡатнаша. “Рәсәй тәмдәре” беренсе милли брендтар конкурсын илдең Ауыл хужалығы министрлығы ойоштора. Конкурстың маҡсаты халыҡты илебеҙҙең күп төрлө үҙенсәлекле ризыҡтары менән таныштырыу. Шулай уҡ еңеп сыҡҡандар дәүләт ярҙамы аласаҡ.
Читайте нас в