98 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зинаида Корнева быйыл май айында ҡороғорвирус менән көрәшеүсе табиптарға ярҙам итеү теләгенән хәйриә иҫәбе асҡан. 18 йәшендә фронтҡа киткән ветеран яу яланында күргәндәрен һөйләп, интернетҡа һала. Тәжрибәле блогерҙың видеоларын меңәрләгән кеше ҡарай һәм аҡса күсерә. Әлегә 4,5 миллион самаһы аҡса йыйылған, мең ярым самаһы тажлы зәхмәттән үлгән табип ғаиләһенә бүленеп бирелгән.
Сталинградтан Берлинғаса тыуған ерен, ил намыҫын яҡлап, һаҡлап барған оло йөрәкле ветеран Зинаида Корневаның был изге башланғысы ил башлығы В. Путин тарафынан да баһалана. Уға “Яҡшылыҡ өсөн” тип аталған Дәүләт наградаһы тапшырыла.