Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 12:30

Салауат Юлаев һәйкәлен алалар...

Бының сәбәбе нимәлә?

Республикабыҙҙың ҡабатланмаҫ биҙәге булған Салауат Юлаев һәйкәлен тәртипкә килтереү буйынса проект әҙерләнә. Һәйкәлде реконструкциялау өсөн постаментынан алырға тура киләсәк, ти белгестәр. Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Олег Полстовалов белдереүенсә, постаментты алмаштырыу талап ителә. Шулай уҡ һәйкәлдәге аттың аяҡтарын нығытырға кәрәк.
Ҙурлығы буйынса Европала тиңе булмаған һыбайлы һәйкәл 1967 йылдың 17 ноябрендә ҡуйыла. Скульпторы — Сосланбәк Тавасиев, Архитекторы — Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы.
Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, әле һәйкәлгә капиаль ремонт эшләү буйынса проект-тикшереү эштәре алып барыла. Ул йыл аҙағына тиклем әҙер буласаҡ.
Читайте нас: