Быйыл сентябрь-ноябрь айҙарында республикалағы ауыл хужалығы предприятиелары сит ил баҙарҙарына 1,8 мең тонна картуф оҙатты. Айырыуса Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға һәм Төркмәнстанға күп һаттыҡ. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә бер мең тоннанан ашыу картуф сығарылған. Краснодар крайында, Ханты-Манси автономиялы округында һәм күрше Татарстанда Башҡортостан бәрәңгеһенә ихтыяж айырыуса ҙур.
“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан референт үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, тикшерелгән продукция хәүефһеҙ һәм Таможня союзының фитосанитария талаптарына яуап бирә, тип танылды.
Республикалағы агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты 1 ноябргә ҡарата 116 миллион доллар тәшкил иткән. Күрһәткес былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 40 миллион долларға артҡан.
Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла