Быйыл мәҙәниәт инфраструктураһын сифат йәһәтенән үҫтереүҙе тәьмин итеү маҡсатында Күгәрсен районының үҙәк китапханаһы 2021 йылда муниципаль модель китапханалар ойоштороу конкурсында ҡатнашты һәм еңеп сыҡты. Конкурс ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты нигеҙендә үткәрелде.
Модель китапхана халыҡҡа фәнни һәм художество йөкмәткеле үҙебеҙҙең заманса мәғлүмәт, һанлаштырылған ваҡытлы матбуғат ресурстарынан, “Милли электрон китапхана”нан файҙаланыу, интернет селтәренә тоташыу мөмкинлеген биреүҙе күҙ уңында тота. Проектҡа ярашлы шулай уҡ заманса китапхана киңлеген булдырыу, дискусси клубтары, түңәрәктәр, консультация пункттары эшмәкәрлеген яйға һалыу, уларға булышлыҡ итеү, халыҡтың төрлө йәш төркөмдәре өсөн мәҙәни-ағартыу, социаль әһәмиәтле һәм белем биреү сараларын даими уҙғарыу ҡарала.