COVID-19 арҡаһында бар нәмәлә сикләүҙәр барлыҡҡа килде һәм күп ваҡыт өйҙә ултырырға тура килеү сәбәпле, хәҙер кино-сериалдар ҡараусыларҙың һаны артып китте. Әммә был ғәҙәттән кеше депрессияға бирелергә лә мөмкин икән. Мәскәү дәүләт психология-педагогика университетында белем биргән Нина Чупракова халыҡҡа өй түрендә ултырған “йәшник” менән артыҡ дуҫлашмаҫҡа кәңәш итә.
“Саҡырылмаған ҡунаҡ - коронавирус тормошобоҙҙа күп нәмәне үҙгәртте. Бөтөн ерҙә сикләүҙәр, тыйыуҙар... Бындай ваҡытта, әлбиттә, яңы эмоция, кисерештәр солғанышы етмәй. Ә сериал, фильмдар ҡарау торошҡа ниндәйҙер кимәлдә йәм өҫтәп, күңелде күтәреп ебәреүсе бер арзан ысул. Әммә миҙалдың икенсе яғы барлығын да онотмайыҡ. Беренсенән, аҙ хәрәкәтләнеү – кеше һаулығының физик яҡтан боҙолоуына килтерһә, икенсенән, психоэмоциональ кире йоғонтоһо ла бар”, - ти ул.