Уны Дубайҙан акушер-гинеколог Самер Чиаиб үҙ сәхифәһенә һала һәм: “Был күренеште яҡшыға юрайыҡ”, - тип яҙып ҡуя.
Бала игеҙәктең һыңары. Уның апаһы ла бар. Тотош донъяға таралған был шәп кадрҙы атаһы эшләй. Ул да шунда була һәм ҡабул итеүсе табипты балалары менән иҫтәлеккә фотоға төшөүен үтенә. Малайға сират еткәс, ул Самерҙың битлегенә йәбешә һәм ныҡ итеп тарта.
Был күренеш барыһының да күңелен күтәреп ебәрә. “Яҡшы билдә итеп ҡабул итәйек тә, тиҙҙән битлектәргә тормошобоҙҙа урын ҡалмаһын тип, теләйек”, - ти улар.