Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2020, 00:45

Рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде?!

Дуҫтар, ә һеҙ “Шоңҡар”ға яҙылдығыҙмы?

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуға ҡыҙыу осор. Киләһе ярты йыллыҡта беҙҙең менән ҡаласаҡ уҡыусыларыбыҙҙың смс-хәбәрҙәрен алыу күңелгә ниндәйҙер кимәлдә йылылыҡ, дәрт өҫтәй. Һүрәттәге нурлы йөҙлө гүзәл зат Тәслимә Юлыҡова Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәй. Уға, эшенә яуаплы ҡараған, беҙҙең үтенесте бер ваҡытта ла кире ҡаҡмаған почта бүлексәһендә эшләүсе Резида Ҡужина, яңы уҡыусыбыҙға тип ҡалдырған, хеҙмәттәшебеҙ Гөлнур Ҡыуатованың шиғырҙар китабын да бүләк иткән. “Гәзит-журналға күпләп яҙылабыҙ. “Шоңҡар”ға иһә кесе ҡыҙым Алинаның класс етәксеһе Минзилә Нотфулла ҡыҙы тәҡдим итте. Бер юлы китаплы ла булдым”, - ти ул.
Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы Минзилә Нотфулла ҡыҙы, ысынлап та, тарих фәненән белем биреү менән бергә, киләсәктә тел һағында торорлоҡ йәштәр тәрбиәләүҙе лә төп бурысы итеп һанай. Әлеге ваҡытта уҡыусыларының һәр ата-әсәһе менән шәхсән һөйләшеп гәзит-журналға яҙылырға өндәй. Рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде?!
Читайте нас: