Ырымбурҙа йәшәүсе бер ир тәмәке тартҡан килеш лифтҡа инә. Ҡулында пластмасс стаканда тәҙрә йыуа торған шыйыҡса була. Аҡыллы уйлағансы, алйот эшен бөтөргән, тигәндәй,быяла таҙартыу өсөн тотонолған махсус был шыйыҡсаның янамы-юҡмы икәнлеген шунда уҡ тикшереп тә ҡарай.
Ут гөлт итеп ҡала. Пластмасс һауыт иреп өҫтөнә аға. Лифтта янғын сыға, төтөндән ир иҫен юғалта. Бары тик ваҡытында ишек асылып китә һәм саф һауанан аңына килеп, сығып ҡотола.