Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2020, 00:15

Дистанцион уҡыу оҙайтылды

Кемдәр ғәҙәттәге уҡыу режимында белем аласаҡ?

Республикала 6-10-сы класс уҡыусылары өсөн дистанцион уҡыуҙы 6 декабргә тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Беренсе-бишенсе кластар, шулай уҡ ун беренселәр мәктәпкә бара. Башҡортостанда аҙ комплектлы мәктәптәрҙең барлыҡ кластары өсөн дә ғәҙәти эш режимы һаҡлана.
Шул уҡ ваҡытта республиканың коронавирус таралыу коэффициенты 0,5-тән артмаған 23 муниципалитетында бөтә кластар ҙа мәктәптә уҡый башлай.
Һүҙ Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Учалы, Хәйбулла һәм Саҡмағош райондары, шулай уҡ Сибай һәм Межгорье уҡыусылары хаҡында бара.
Читайте нас: