27 ноябрҙә Көйөргәҙе районында була был фажиғә. Ике дуҫ һунарға сыға. Ермолай ауылынан 62 йәшлек ир һунар мылтығынан туғыҙ тапҡыр мышыға ата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәҙрәләрҙең береһе 40 йәшлек дуҫының яурынына эләгә. Зыян күреүсе
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бүлек начальнигы урынбаҫары булған. Ул район дауаханаһында үлгән.
Ғәйепләнеүсе 62 йәшлек ирҙең һунар мылтығы тартып алынған. Ике ғаилә электән дуҫ булған.