Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 18:15

Атайлыҡ хәстәре менән янған әтәс...

Бөтә донъя өй хайуандары көнө.

Йәйен ауылға оҙаҡ ялдарға ҡайтып, өйҙә үҙеңә генә бер нисә көн донъя көтөргә тура килһә, инструктаж үтәһең башта. Ҡапҡаның элгесен элергә ярамай, быуаҙ һарыҡтар сығам йә инәм тип ҡыҫылыуы бар; тауыҡтарҙы төштән һуң ғына сығарырға, әтеү йомортҡаларын теләһә ҡайҙа һалалар һ.б. Һанай китһәң оҙон исемлек хасил була. Әйтелгәндәрҙе үтәргә тырышып, тәгәрмәстәге тейен шикелле тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән көн оҙонона аяҡ өҫтө тик йөрөйһөң шунан. Шулай бер ваҡыт, атайымдың иҫкәртмәләрен онотоп киткәнмен бит, әй. Тауыҡтарҙы сығарам тип һарай ишеген асҡанмын да, киренән шартлатып ябып та ҡуйғанмын. Оҙаҡламай ишек алдындағы кәртәгә бер тауыҡ менә лә ҡысҡыра, менә лә ҡысҡыра бит. Йәнем көйөп елпеткес менән ҡыуам, ҡысҡырып әрләп тә ҡарайым. Киҫәмәгәс, киҫәмәй инде. Тора-бара әтәсе лә килеп ҡушылды. Ҡытҡылдау, ҡысҡырыу, "һүгеү" диалогы көн оҙонона һуҙылды. Бәхәскә нөктә атайым ҡайтҡас ҡуйылды. Баҡһаң, һарай ишеген асҡанда йомортҡа баҫып ултырған тауыҡ ашарға тип сыҡҡан да, бикле булғас: “Йомортҡаларым һыуына, себешһеҙ ҡалам, ишекте ас”, – тип минең янға килгән икән. Аңламағас, “һөйләшеүгә” әтәсен дә саҡырған.
Иғтибарһыҙлығым өсөн ҡыҙарырға тура килһә лә (әйткәндәй, себештәр имен-һау сыҡты), тауыҡ менән әтәстең буласаҡ “балалары” өсөн борсолоуҙары һоҡландырҙы. Аңһыҙыраҡ кешене “тауыҡ баш”тан һалдырып әрләргә яратһаҡ та, сыҡмаған себештәрен ҡайғыртып дыу ҡуптарған был йорт ҡоштары үҙ ғәзиздәренән тыумаҫ элек үк ҡотолған, йә булмаһа балаларын яҡты донъяға килеү менән яҙмыш ҡосағына ташлаған “кәкүк” атай-әсәйҙәргә күркәм үрнәк өлгөһө булып тора түгелме ни?! Уларҙа әсәлек инстинкты ла көслө. Иғтибар иткәнегеҙ бармы икән: мыштым ғына, ел иҫләһә лә ҡурҡышынан алан-йолан ҡаранған тауыҡ себештәре сыҡһа, нисек батырайып китә! Ауға сыҡҡан бесәй өҫтөнә һикерергә лә, йыртҡыс ҡоштоң үткер суҡышы менән алышҡа сығырға ла әҙер бит ул! Ә атайлыҡ хәстәре менән янған үрҙә һүрәтләнгән әтәс, бәпкәләре сыҡҡас, ҡанаттарын йәйеп шатлығынан талпынып бейегән ата ҡаҙҙар... Уларға ҡарап тауыҡ менән инә ҡаҙҙың түңәрәк “бәхетле” көсһөҙ заттар икәнлегенән көнләшеп тә китәһең.
Читайте нас: