Коронавирус тигән зәхмәт бирешергә уйламай. Ошо айҡанлы республика Башлығы Радий Хәбиров чиновниктарға
Яңы йыл корпоративтарын уҙғарыуҙы тыйҙы. "Ғаилә менән күберәк булырбыҙ тип һөйләштек. Бүләктәр темаһы тураһында ла һөйләшеп ҡуйҙыҡ. Бер-беребеҙҙе открыткалар менән сүпләргә кәрәкмәй. Хәҙер барыһы ла - телефондарҙа, гаджеттарҙа. СМС ебәрһәгеҙ, бик һәйбәт".
Яңы йыл байрамдарында ресторандар, башҡа учреждениелар нисек эшләйәсәк һуң? Радий Фәрит улы, оператив штаб менән кәңәшләшкәндән һуң, ошо хаҡта ла үҙ фекерен әйтәсәк.