Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 15:50

Ейәнем өсөн йөрәгем өҙгөләнә

Урындағы хөкүмәт күҙ буяу өсөн ниҙәргә генә бармай...

Татарстандың Минзәлә районынан 15 йәшлек Данил Новиков НТВ телеканалы ойошторған “Ты супер!” телепроектында ҡатнаша.
Финалға үткәс, алып барыусы өләсәһе ҡарамағында йәшәгән (әсәһе малай бәләкәй ваҡытында уҡ фажиғәле рәүештә һәләк була, ә атаһы ташлап китә) үҫмер йырсынан һөйөнсө ала. Район хөкүмәтенең, ул йәшәгән фатирға, йыр яҙҙыртыу өсөн аппаратура бүләк итәсәктәре хаҡында әйтә.
Үҫмер өйөнә ҡайтҡас, НТВ-нан уның шатлығы менән бүлешергә киләләр. Тап шул көндө музыка ҡоролмаһын да килтереп ҡуялар. Әммә барыһы ла улар килеп киткәс башлана. Сөнки шул көндөң кисендә үк килеп техниканы кире алып китәләр.
Район администрацияһында был ҡылыҡтарын: “Ваҡытлыса ғына килтереп торҙоҡ. Ул район мәҙәниәте йортоноҡо. Киләсәктә, бәлки, Данил өсөн дә алырбыҙ”, - тип аңлаталар.
“Ҡулдарынан килмәгәс, бирмәҫ булғас, ниңә вәғәҙә итәләр икән? Беҙҙә шулай барыһы ла күҙ буяу өсөн генә башҡарыла инде. “Өләсәй, беҙҙе алданылармы?” – тип күҙ йәштәренә мансылған ейәнемә ҡарап йөрәгем өҙгөләнә”, - ти өләсәһе.
Читайте нас: