Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 15:25

Ирем туҡмай! Зинһар, ярҙам итегеҙ!

Ярҙам һорау оят та, ҡурҡыныс та түгел.

Рәсәйҙә көн һайын 40 ҡатын-ҡыҙ ғаиләһендә һәләк була, был йылына яҡынса 14 мең ҡорбан тигән һүҙ. Үкенескә ҡаршы, республикабыҙҙа ла бындай фажиғәләр йыш күҙәтелә. Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районында ла бер ҡатын ире ҡулынан һәләк булды. Киләсәктә тап ошондай күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн бөгөн республикла ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҙыу бәйләнеш асыла. «Семья» республика ресурс үҙәге һәм «Мөхәббәт» кризис үҙәге белгестәре сәғәт 11-ҙән 2-гә тиклем шылтыратҡан гүзәл заттарға үҙҙәренең кәңәштәрен бирә.
“Бөтә шылтыратыуҙар ҙа аноним һәм бушлай, — тип белдерә ойоштороусылар. — Ярҙам һорау оят та, ҡурҡыныс та түгел”.

Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ:

— өйҙә йәберләү билдәләре;

— ғаилә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү;

— ғаилә эсендәге низағтар ваҡытында үҙеңде яҡлау ысулдары;

— ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙарға психологик ярҙам;

— яҡындарға нисек ярҙам итергә;

— ғаиләлә йәберләнеп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы хоҡуҡи яҡлау.

Читайте нас: