Япония Башҡортотандан эшкәртелмәгән умарта елемен һатып алырға иҫәп тота, тип белдерә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм конгресс эшмәкәрлеге дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте. “Япония менән Башҡортостан араһында тығыҙ бәйләнеш бар. Япондар кондитер изделиеларына бал ҡушыуҙары менән дан тота, шулай уҡ умарта елеме менән дә ныҡлы ҡыҙыҡһына", - ти улар.