Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 01:20

Юмор үлемдән дә ҡотҡара

Ыҫланған тауыҡтың ҡыҫылышы, ысынлап та, булдымы икән?

Тайваньдә йәшәүсе 18 йәшлек егет июль айында аварияға эләгә. Уның эске органдары ҙур зыян күрә, ауыр тән йәрәхәттәре ала. Операциянан һуң хәле бер аҙ еңеләйһә лә, оҙаҡ ваҡыт аңына килә алмай.
Ике айҙан артыҡ комала ятҡан ҡустыһы янына ағаһы килә. Эргәһенә ултыра ла, ҡайтҡас ыҫланған тауыҡ ашарға йыйыныуы тураһында тәмләп-тәмләп һөйләй башлай. Яратҡан аҙығы хаҡында “ишетеп” ятҡан егеттең пульсы йышая һәм ул тиҙҙән аңына килә. Күпмелер ваҡыттан һуң хәле яҡшырып, дауаханан да сыға.
Читайте нас: