Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 11:35

Тау башында балҡый бер ҡала, Ул ҡала Өфө тип атала.

2024 йылда баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ.

Кисә Рәсәй Президенты В. Путин Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң матур юбилейына әҙерлек эштәре менән танышты һәм бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Рәсәй Хөкүмәтенә өс ай эсендә был мөһим ваҡиғаға әҙерлек һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырырға, уның составын раҫларға кәрәк.
Ойоштороу комитеты рәйесе бурысы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук иңенә һалынған.
“Һөйөнөслө яңылыҡ. 450 йыллыҡ юбилей менән бергә Өфөгә федераль статус биреләсәк, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Баш ҡалабыҙҙы яңыртыуға, яңы һулыш өрөү өсөн ҙур мөмкинселектәр буласаҡ. Ҡала һәм республика халҡы исеменән Президентҡа был ҡарары өсөн рәхмәтемде еткерәм”.
#ВладимирПутин
Читайте нас: